Башҡортостанда һауа торошо боҙолдо. 19 сентябрь иртәһендә республика көслө дауыл ҡамауында ҡалды, тип хәбәр итә Башгидромет.
Бөгөн төбәктә ямғыр, төньяҡ райондарҙа көслө ямғыр яуыуы, көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең тиҙлеге секундына 21-26 метрға етеүе көтөлә, урыны менән йәшен, боҙ-борсаҡ. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +10,+15 градусҡа тиклем түбәнәйә.
20 сентябрҙә атмосфера күренештәренең көсө кәмей.
Синоптиктар фаразы буйынса, ял көндәрендә һауа температураһының артабан түбәнәйеүе көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +8, +9, төндә,+3,+4 градусҡаса төшә.
Киләһе аҙнала ошондай һауа торошо һаҡлана, төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһы нулдән түбән була. Урыны менән ҡар яуа.