Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Ант биреү процедураһы эшлекле шарттарҙа, концертһыҙ, башҡа төбәктәрҙән саҡырылған күп һанлы ҡунаҡтарһыҙ ойошторола. Инаугурацияла Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша.