+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2019, 13:47

Башҡортостанда дауылдан күрелгән зыян иҫәпләнде

Ғәҙәттән тыш хәлдәр миинстрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыл-ҡалаларҙа 2 шәхси, 3 күп фатирлы йорттоң, 18 социаль объекттың ҡыйығына зыян килгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр миинстрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыл-ҡалаларҙа 2 шәхси, 3 күп фатирлы йорттоң, 18 социаль объекттың ҡыйығына зыян килгән. 100-гә яҡын ағас, 19 реклама таҡтаһы ауған, ошо сәбәпле 9 шәхси машинаға ремонт талап ителә.
Шулай уҡ, 158 ауыл һәм ҡалала 40 меңгә яҡын кеше утһыҙ ҡалған, электр биреү тулыһынса тергеҙелгән. Республикала дауылдан йәрәхәтленеүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ, бөгөн елдең көсө кәмегән, тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Читайте нас: