+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2019, 21:45

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ баласаҡ” федераль проекты старт алды

Уның сиктәрендә Өфө перинаталь үҙәгендә буласаҡ ата-әсәләр өсөн тренингтар үтә.

Уның сиктәрендә Өфө перинаталь үҙәгендә буласаҡ ата-әсәләр өсөн тренингтар үтә. Айырыуса, автомобиль һәм юл хәрәкәтенә иғтибар бирелә. Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов ауырлы ҡатындарға рулгә ултырмау хәйерле, ти.
Үҙәк инструкторҙары, шулай уҡ, балаларҙы автокреслоларҙа йөрөтөү ҡағиҙәләренә өйрәтә.
2018 йылда 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 439 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлгән, 21 баланың ғүмере өҙөлгән.
Читайте нас: