-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2019, 22:30

Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре дауам итә

Бөгөн унда “Башҡортостан республикаһы - милләт-ара теләктәшлек һәм татыулыҡ биләмәһе" тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Бөгөн унда “Башҡортостан республикаһы - милләт-ара теләктәшлек һәм татыулыҡ биләмәһе" тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда Рәсәй Федерацияһынан һәм Башҡортостандан Дәүләт идаралығы органдары вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары, ғалимдар һәм эксперттар ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Башҡортостандағы милләт-ара дуҫлыҡ, берҙәмлекте нығытыу инициативалары менән бүлеште.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, ултырыш беренсе булыуға ҡарамаҫтан, бик мөһим һорауҙар ҡаралды. Ҡаҙаныштарҙан тыш асыҡ һорауҙар ҙа бар.
Ғалимдар республикалағы сәйәсәт , иҡтисад, һәм социаль үҫешеү өлкәләрендәге тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты. “Милләт - ара мөнәсәбәт – еңел булмаған тема”, - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Заһир Ишкин
Белгестәр Республикаға 100 йыл тулыу сәбәпле, Башҡортостанға иғтибарҙың артыуын билдәләне. Сарала ҡатнашыусылар менән берлектә Республика имиджын Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендә киң танылыу яулау буйынса тәҡдимдәр комплексы булдырылды.
Читайте нас: