-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2019, 20:03

Республикала ваҡытлысы ҡар ятыуы көтөлә

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында хәбәр итте.

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында хәбәр итте.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 сентябрҙә төбәктә болотло һауа торошо, ямғыр, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан йүнәлешен үҙгәртеүсән, елдең секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫеүе, көсәйгәндә секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ — 4-9 градус йылы.
24 сентябрҙә синоптиктар ваҡыты менән ҡар ҡатыш ямғыр, еңелсә боҙлауыҡ фаразлай. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, ваҡытлыса ҡар ятыуы мөмкин. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә минус 2-нән плюс 3-кә тиклем, көндөҙ 3-8 градус йылы.
25 сентябрҙә республикала урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр, еңелсә боҙлауыҡ фаразлана. Төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә минус 4-тән плюс 1 градусҡа тиклем. Көндөҙ һауа 5-10 градусҡаса йылына.
Читайте нас: