Эске эштәр министрлығы билдәләүенсә, республикала мутлашыусылар күбәйгән. Был турала ведомство-ара матбуғат конференцияһында хәбәр ителде.
Йыш осраҡта уғрылар оло йәштәгеләргә ҡиммәткә янғын хәүефен иҫкәртеүсе ҡорамалдар тәҡдим итә, улар быны алыу мотлаҡ ти, әммә хәбәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Шулай уҡ, мутлашыусылар үҙҙәрен “Өфө һыу каналы”, йә газ тәьминәте хеҙмәткәре тип танытыуы ихтимал, был осраҡта ла уны ентекле тикшерергә кәрәк.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар һәр саҡ ҡулда телефон йөрөтөргә тәҡдим итә. Ниндәй ҙә булһа ойошманан килгән хеҙмәткәрҙе 112 телефонына шылтыратып белешергә мөмкин.