+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2019, 17:48

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Йорт комплекты» проектына ихтыяждың кәмеүен билдәләнеләр

Республика Башлығы Хакимиәтендәге «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә мохтаж граждандар өсөн «Йорт комплекты» торлаҡ шарттарын яҡшыртыу республика программаһын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.

Республика Башлығы Хакимиәтендәге «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә мохтаж граждандар өсөн «Йорт комплекты» торлаҡ шарттарын яҡшыртыу республика программаһын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.
Башҡортостан Республикаһының Архитектура һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин хәбәр итеүенсә, программа ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып унда 1,5 мең ғаилә ҡатнашҡан, 100 мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ торлаҡ сафҡа индерелгән.
Әлеге ваҡытта проектҡа ихтыяждың кәмеүе күҙәтелә. Был займдың күләме ҙур булмауға ла бәйле – 300 мең һум. Әйтәйек, 2019 йылда 43 займ ғына бирелгән. Әле тәҡдимдәр исемлеге төҙөлгән, улар иҫәбендә сумманы һәм уны түләү ваҡытын арттырыу, өҫтәмә бюджет финанслауын йәлеп итеү мөмкинлеге бар.
«Ошондай шарттарҙа проекттың үҫешә алырына ышанмайым. Халыҡҡа ҡыҙыҡлы вариант булдырырға тейешбеҙ. Яңы ғәмәлдәге программаға әүерелерҙәй дөрөҫ финанс схемаһын әҙерләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был граждандарҙың төрлө категорияларына торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итер ине. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә».
Башҡортостан Башлығы бер ай эсендә ведомство-ара кимәлдә проектты үҫтереү тәҡдимдәрен әҙерләргә ҡушты.
Читайте нас: