+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2019, 13:15

Башҡортостанда инвалид балаларҙың ата-әсәләренә «Социаль ял» тәҡдим итәләр

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы инвалид балаларҙың ата-әсәләре өсөн бушлай «Социаль ял» хеҙмәтен ойошторҙо.

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы инвалид балаларҙың ата-әсәләре өсөн бушлай «Социаль ял» хеҙмәтен ойошторҙо. Туймазы районында урынлашҡан Серафимовка йорт-интернаты 4 йәштән 18 йәшкәсә баланы 30 көнгә ҡабул итә. Был ваҡытта балалар менән тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар шөғөлләнә, улар иҫәбендә – логопед, психолог, хеҙмәт һәм адаптив физкультура буйынса инструкторҙар.
Проектта ҡатнашыу өсөн баланың ата-әсәһенә йәки законлы вәкилдәренә документтар пакетын, шул иҫәптән медицина анализдарын килтерергә кәрәк.
Читайте нас: