+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2019, 17:43

Республикала автомобиль хужаларына машиналарҙың тәгәрмәстәрен алмаштырырға кәңәш бирҙеләр

Һауа шарттарының боҙолоуына һәм юлда боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүгә бәйле Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы автомобилселәрҙән машиналарының тәгәрмәстәрен алмаштырыуҙарын һорай.

«Әле үк ваҡыт табып, автосервисҡа инергә һәм йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға кәрәк. Был эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай — үҙеңдең һәм сит ғүмерҙәрҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, боҙ өҫтөнән «яланғас» йәйге резинала шыуғансы, ҡышҡыһында йөрөү яҡшыраҡ. Шулай уҡ автомобилгә арҡан, көрәк һәм тәҙрәләрҙе йыуыу өсөн махсус шыйыҡса һатып алыу зарур. Яҡтыртҡыстарҙың һәм алғы быяланы таҙарта торған ҡулайламаларҙың эшен дә тикшереү артыҡ булмаҫ», — тип кәңәш бирә ҡотҡарыусылар.
Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәргә юлда йөрөү тәртибен үҙгәртергә: арауыҡты арттырырға, тиҙлек режимын үтәргә, киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа, ҡапыл туҡтамаҫҡа тәҡдим итәләр.
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының йыш осраған сәбәптәре һәм уларҙы булдырмау тураһында беҙҙең лонгридта уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1357925-avtovladeltsam-bashkirii-posovetovali-pereobut-mashiny-/
Читайте нас: