-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2019, 19:43

Синоптиктар артыҡ йылы көндәр вәғәҙәләмәй

Кисә күпселек райондарҙа тәүге ҡар ятты.

Кисә күпселек райондарҙа тәүге ҡар ятты. Белорет трассаһында автомобилдәр хәрәкәте ҡатмарлашты. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡайһы бер райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы ихтимал, ти Башҡортостандың гидрометеорология хеҙмәте бүлек етәксеһе Гөлназ Заһитова.
Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә водителдәр тәүге боҙлауыҡты һынап та ҡараны. Өфөнөң Дим трассаһында 12 автомобиль бәрелеште. Баш ҡаланың төрлө өлөшөндә авариялар теркәлгәйне. һөҙөмтәлә ҙур тығындар барлыҡҡа килде.
Төп сәбәп – водителдәрҙең дистанция һаҡламауы һәм тиҙлекте арттырыуы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы автоһәүәҫкәрҙәргә “ҡышҡы режимға” күсергә, дистанция һәм тиҙлекте һаҡларға кәңәш итә.
Читайте нас: