+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2019, 17:48

Бөгөн Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы башланды

Унда 30 илдән 2500-нән ашыу кеше ҡатнаша.

Унда 30 илдән 2500-нән ашыу кеше ҡатнаша. Форумда 24 эшлекле секция эшләй, унда кесе һәм урта бизнесты үҫтереү һәм ярҙам итеү, кәртәһеҙ хеҙмәттәшлек, туризм, йәштәр эшҡыуарлығы, һанлы технологияларҙы үҫтереү буйынса мәсьәләләр күтәрелә.
Ҡатнашыусылар бизнестағы төп хаталарҙы ҡарай, инвестициялар йәлеп итеү механизмдарын, өлкәләге ауырлыҡтар менән көрәшеү юлдарын өйрәнә, Рәсәй һәм сит ил кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ проекттары менән таныша.
ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы тәүге тапҡыр 2015 йылда ойошторолдо. Дүрт йыл эсендә сараға 31 сит илдән һәм Рәсәй төбәктәренән 5500-ҙән ашыу делегат килгән.
Читайте нас: