+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2019, 00:39

Башҡортостандың 133 мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре эшләй башланы

Бөгөн Кушнаренколағы 1-се мәктәптәге һанлы һәм гуманитар профилдәге белем биреү үҙәгенән Мәскәү өлкәһе менән тура бәйләнеш ойошторолдо.

Бөгөн Кушнаренколағы 1-се мәктәптәге һанлы һәм гуманитар профилдәге белем биреү үҙәгенән Мәскәү өлкәһе менән тура бәйләнеш ойошторолдо. Марафонда Рәсәй субъекттары уҡыусылары тура эфирҙа бер-береһен сәләмләне.
Фонтан, обелиск, спорт һәм дәрестәр үткәреү, ял итеү майҙансыҡтары. 11-се синыфта информатика дәресендә уҡыусылар компьютерҙа белем усағы яны участкаһы макетын эшләй. Һәр кем үҙ фантазияһын ҡуша. Киләсәктә сығымдар бүленһә, ауыл мәктәбе эргәһе танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Апрелдә Сочи ҡалаһында "Сириус" үҙәгендә булып ҡайтҡан егет ҡайһы бер дәрестәрҙе саф һауала үткәреү яҡлы.
Яңы уҡыу йылында Кушнаренко ауылы мәктәбе уҡыусыларына яңы мөмкинлектәр асылған. 3 Д принтерҙа төрлө моделдәр баҫтырып була."Мәғариф" милли проектының "Заман мәктәбе" федераль программаһы сиктәрендә "Үҫеш нөктәһе" белем биреү үҙәге эшләй. Математика һәм информатика, Технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинеттарынең матди-техник базаһы яңыртылған, уҡытыу яңы методика буйынса алып барыла. Тормош хәүефһеҙлеге буйынса балалар беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә.
Йәйгеһен уҡытыусыларға кванториум үҙәктәрендә квалификация күтәреү буйынса уҡыуҙар ойошторолған. Үҙәктә күрше ауыл- райондарҙан да балалар шөғөлләнәсәк.
Үҫеш нөктәһенән Мәскәү өлкәһе менән телекүпер ойошторолдо. Федераль проект ярҙамында Рәсәйҙең 50 төбәгендәге 2049 мәктәптә һанлы һәм гуманитар белем биреү үҙәктәре асылған.
Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы: “Үҙәк балаларға көн дауамында шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Робототехника, теүәл фәндәр, медицина, ғәҙәттән тыш хәлдәр - төрлө йүнәлештәр бер ергә тупланған. Һәр бала бында ҡыҙыҡһынып шөғөлләнеп киләсәктә үҙен таба алыр тип өмөтләнәбеҙ”.
"Үҫеш нөктәһе"ндә шулай уҡ роботтар төҙөргә, квадрокоптер менән идара итергә өйрәнеп буласаҡ. Уҡытыу дәрестә һәм өҫтәмә белем биреү буйынса алып барыла. Проектҡа республиканың 133 мәктәбе ингән киләсәктә уны 749-ға еткереү бурысы тора. Илдә беҙҙең республика үҫеш нөктәләре күплеге буйынса лидер төбәк. Федераль программа тап ауыл ерендә заманса белем биреүҙе тормошҡа ашыра.
Читайте нас: