+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2019, 17:44

Башҡортостан журналистары Евгений Примаков исемендәге премия конкурсында ҡатнаша ала

Башҡортостан журналистары 2019 йылда Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара премия конкурсында ҡатнаша ала

Башҡортостан журналистары 2019 йылда Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара премия конкурсында ҡатнаша ала. Премия Рәсәй һәм ислам донъяһы илдәре араһында үҙ-ара аңлашыуҙы, хеҙмәттәшлекте нығытыуға тос өлөш индергән иң яҡшы эш өсөн тапшырыла.
Эштәр рус (БДБ илдәре өсөн), инглиз һәм ғәрәп телдәрендә ҡабул ителә. Премияның приз фонды: беренсе урын — 50 000 доллар, икенсе урын — 25 000 доллар. Эштәрҙе 2019 йылдың 15 ноябренә тиклем тапшырырға мөмкин. Ғариза бирелгән мәлгә эштәр баҫылып сыҡҡан йәки киң публикаға күрһәтелгән булырға тейеш. Эштәрҙән тыш, ғаризала авторҙың исем-шәрифен, эш урынын (фрилансерҙар ҙа ҡатнаша ала) һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәтте яҙырға кәрәк. Электрон адрес: [email protected].
Евгений Примаков «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң абруйлы рәйесе булды. Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара премия төркөм рәйесе Рөстәм Миңлехановтың шәхси башланғысы менән булдырылды. Премия тураһында 2016 йылдың 20-21 апрелендә Мәскәүҙә II «Мосолман илдәре журналистары экстремизмға ҡаршы» халыҡ-ара форумы барышында иғлан ителде.
Читайте нас: