Башҡортостан парламенты депутаттары туғандарынан һәм элекке тормош иптәшенән алиментҡа мохтаж эшкә һәләтһеҙ пенсия алды йәшендәгеләрҙең хоҡуғы тураһында закон ҡабул итте.
Элек пенсия йәшенә еткән кешеләрҙең ғына бындай хоҡуғы бар ине. Хәҙер закон проекты ҡатын-ҡыҙҙарға — 55, ир-егеттәргә 60 йәштән шундай хоҡуҡ бирә.
Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон пенсия йәшен арттырыуға бәйле ҡабул ителгән һәм пенсия алды йәшендәгеләрҙең социаль мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн әҙерләнгән.
«Хеҙмәт пенсияһына сығыуҙың яңы тәртибе алимент алыусыларҙың хоҡуғын сикләргә тейеш түгел. Улар, ҡағиҙә булараҡ, йәше, һаулыҡ торошо буйынса махсус яҡлауға мохтаж. Күптәре өсөн алимент йәшәү өсөн берҙән-бер сығанаҡ булып тора».
Парламент спикеры яңы закондың киң даирә кешеләрҙең мәнфәғәттәренә ҡағылыуын билдәләне.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ата-әсәләр үҙҙәренең эшкә һәләтһеҙ ярҙамға мохтаж бәлиғ булған балаларын тәрбиәләргә һәм, киреһенсә, эшкә һәләтле бәлиғ булған балалар үҙҙәренең эшкә һәләтһеҙ ярҙамға мохтаж ата-әсәләрен ҡарарға һәм улар хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Эшкә һәләтһеҙ ярҙамға мохтаж бәлиғ булған ағай-апайҙар, олатай-өләсәйҙәр һәм ейәндәр, фактик тәрбиәләүселәр, үгәй ата-әсә алимент алырға хоҡуҡлы. Ғаилә тарҡалғанға тиклем йәки ғаилә тарҡалғандан һуң бер йыл эсендә эшкә һәләтһеҙ тип танылған тормош иптәшенең дә алиментҡа хоҡуғы бар.