+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2019, 12:05

Ял көндәре һалҡын һәм ҡарлы була

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 27 сентябрҙә республикала болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ секундына 16 метрға тиклем етеүе ихтимал.
Һауа температураһы көндөҙ — 4-9 градус йылы.
28 сентябрҙә төндә йәнә ямғыр һәм ҡар рәүешендә яуым-төшөм көтөлә, урыны менән бер аҙ, көньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — минус 3-тән плюс 2 градусҡа тиклем.
Көндөҙ шулай уҡ ямғыр һәм ҡар яуыуы мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ — 2-нән 7 градусҡаса йылы.
29 сентябрҙә республикала урыны менән ҡар һәм ямғыр рәүешендә бер аҙ яуым-төшөм фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — 0-дән минус 5 градусҡа тиклем, көндөҙ — 4-9 градус йылы.
Читайте нас: