«Российская газета» 1 октябрҙән көтөлгән үҙгәрештәр тураһында хәбәр итте.
Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арттырыла
1 октябрҙән президенттың май указдарына эләкмәгән федераль бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арттырыла. Хеҙмәт хаҡы 4,3 процентҡа арта, тип белдерә баҫма.
Төбәктең бюджет хеҙмәткәрҙәре лә эш хаҡына өҫтәмә алырға тейеш. Йыл башында урындағы властарға хеҙмәткәрҙәрҙең ошо категорияһына эш хаҡын арттырырға тәҡдим ителгәйне.
Үҙәк банк тиҙ түләүҙәр өсөн комиссиялар күләмен билдәләне
1 октябрҙән банктар Тиҙ түләүҙәр системаһы аша тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн түләгәндә сауҙа-сервис предприятиеларынан яңы комиссия ала башлай. Тарифты Рәсәй банкы билдәләне. Аҡса юридик берәмектәрҙән генә алына.
Күпләп түләгәндә (шул иҫәптән медицина һәм белем биреү учреждениелары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, телекоммуникация хеҙмәттәре өсөн) комиссияның максималь күләме түләү суммаһынан 0,4 процент тәшкил итә. Башҡалар өсөн — 0,7 процент.
Тиҙ түләүҙәр системаһы аша теләһә ниндәй тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн түләгәндә физик берәмектәрҙән комиссия алынмай. Комиссия дәүләт түләүҙәренә лә ҡағылмай. Мәҫәлән, штраф йәки һалым түләгәндә.
Бынан тыш, 1 октябрҙән системала мөһим урын биләгән банктар Тиҙ түләүҙәр системаһын файҙаланырға бурыслы. Тәүҙә был норма 1 сентябрҙән эшләй башларға тейеш ине.
Заемсыларҙың түләргә һәләтлеме-юҡмы икәнен тикшерәләр
1 октябрҙән банкта кредит алғанда ҡайһы бер заемсыларҙың кәйефе ҡырылыуы ихтимал. Банктар потенциаль клиенттың кредит буйынса бурыс күләмен баһалай. Бурыс йөкләмәһе күрһәткесен ҡулланыу башлана.
Пальма майына һалым арттырыла
1 октябрҙән еләк-емешкә өҫтәлгән хаҡҡа һалым 10 процентҡа тиклем кәмей (әле НДС 20 процент тәшкил итә).
Ошо уҡ көндән пальма майы өсөн дә НДС үҙгәрә, ләкин артыу яғына. Һалым 10 проценттан 20-гә тиклем арта.
Торлаҡ фатирҙарҙа хостелдар тыйыла
1 октябрҙән күп фатирлы йорттағы торлаҡты ҡунаҡхана хеҙмәттәрен күрһәтеү өсөн файҙаланырға ярамай.
Беренсе ҡатта урынлашҡан һәм айырым инеү урыны булған, йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән биналарҙа ғына хостелдар һәм бәләкәй ҡунаҡханалар тотоуҙы дауам итергә мөмкин.
Бынан тыш, хостелдар апартаменттар комплекстарында эшләргә мөмкин, сөнки улар торлаҡ бина тип һаналмай.
Тотош Рәсәйҙә европротоколға хаҡ арта
1 октябрҙән, әгәр яҡтарҙың фекер төрлөлөгө булмаһа, Рәсәйҙең теләһә ниндәй төбәгендә полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығынан тыш европротокол буйынса аварияны максималь хаҡ буйынса тултырырға мөмкин. Хәҙер түләүҙең суммаһы 100 меңгә тиклем түгел, ә 400 мең һумға тиклем етеүе ихтимал.
Әле Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә генә ошондай шарттарҙа европротокол тултырырға була.
Аварияны махсус мобиль ҡушымта ярҙамында теркәргә кәрәк. Быны ГЛОНАСС менән эшләргә лә мөмкин. Ул аварияны теркәй һәм тиҙлекте арттырыу, бәрелешеүҙең көсө тураһында мәғлүмәттәрҙе операторға, ә ул уларҙы страховкалаусыға тапшыра.