+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2019, 15:33

Башҡортостан Башлығы йылытыу өсөн факт буйынса түләүгә күсеүҙе халыҡҡа аңлатырға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йылытыу өсөн факт буйынса йәки 1/8-гә түләүгә күсеү йәһәтенән халыҡҡа ҙур аңлатыу кампанияһы үткәрергә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йылытыу өсөн факт буйынса йәки 1/8-гә түләүгә күсеү йәһәтенән халыҡҡа ҙур аңлатыу кампанияһы үткәрергә ҡушты.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ошо йылытыу миҙгеле башланғас республикала йәшәүселәр йылытыу өсөн факт буйынса йәғни «йылы» һигеҙ ай өсөн генә түләй башлай. Элек йылылыҡ өсөн аҡса бер тигеҙ, 12 календарь ай буйына йәки 1/12 схемаһы буйынса алына ине.
«Йылытыу өсөн түләү буйынса 1/8-гә күстек. Алдағы ике аҙнала халыҡҡа ошондай күсеүҙең асылын ябай ғына итеп аңлатыу мөһим, — тип белдерҙе Радий Хәбиров бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. — Эш арттырыуҙа түгел, ә, киреһенсә, кешеләр йылытыу миҙгелендә генә түләй. Йылы биреү туҡтатылһа, улар түләмәй».
Республика башлығы һүҙҙәренсә, әле киң мәғлүмәт сараларында «хаҡты арттырыу тураһында теманы ҡуйыртыу башлана». Тәү сиратта был республика халҡына «мәғлүмәт еткермәү» тураһында һөйләй.
«Шуға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Халыҡҡа бының ысынлап та ғәҙел икәнен, беҙҙең уға оҙаҡ әҙерләнеүебеҙҙе аңлатырға кәрәк», — тип өҫтәне ул.
Йылытыу осоронда түләүгә күсеү дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары күрһәтмәһенән сығып, ҡулланылған йылы өсөн түләргә мөмкинлек бирә.
Ошондай приборҙар ҡуйылмаған йорттарҙа иһә нормативтар буйынса иҫәпләнә.
Башҡортостанда йәшәүселәргә йылытыу өсөн яңы «1/8» ысулы буйынса түләү квитанциялары октябрҙә үк таратыла. Иҫәп-хисап йылытыу миҙгеле башланғандан көндән — 2019 йылдың 23 сентябренән башлана.
Читайте нас: