+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2019, 12:26

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 октябрҙән йылылыҡ өсөн түләү ысулы үҙгәрә

Йәғни, коммуналь хеҙмәтте күпме ҡулландың, шул тиклем түләйһең.

Йәғни, коммуналь хеҙмәтте күпме ҡулландың, шул тиклем түләйһең. Сөнки әлегә тиклем фатир хужаларына һалҡын ҡыш айҙарында ла, йәйге селлә эҫелә лә йылылыҡ өсөн бер үк сумма түләргә тура килде. Был күптәрҙә аңлашылмаусанлыҡ, уның менән бергә ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларға ҡарата асыу һәм нәфрәт тойғолары уятты. Шуға ла республикала йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы схемаһы ҡабул ителде.
Квитанциялағы сумма ҙур һәм ваҡ итеп яҙылған, уларҙы хатта, лупа менән күрерлек түгел. Инорс биҫтәһендә йәшәүсе Луиза Ғәббәсоваға ай айын пенсияһының яртыһын тиерлек коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә тура килә. Унһыҙ ҙа оло йәштәге ханымдың сығымдары етерлек. Аҙыҡ-түлекме, дарыуҙар булһынмы -барыһына ла аҡсаны еткереүе бик ауыр, ти Луиза Зөфәр ҡыҙы.
Осон-осҡа ялғап йәшәүселәргә октябрҙә билдәрен тағы ла нығыраҡ быуырға тура киләсәк. Сөнки республикала коммуналь хеҙмәт, йәғни йылылыҡ өсөн түләүҙең артыуы көтөлә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уның 50 процентҡа тиклем үҫеүе ихтимал. Әммә белгестәр халыҡты хафаланырға урын юҡ тип иҫкәртә. Сөнки фатир хужалары хәҙер батареялар йылы булған осор өсөн генә хаҡ түләйәсәк. Был яҡынса һигеҙ ай тирәһе. Ә бына йәйге миҙгелдә уларға бер тин дә түләргә кәрәкмәй.
Бындай осраҡта түләү күләме ике төрлө һанала. Әгәр ҙә дөйөм йортта иҫәп ҡоролмаһы бар икән, тимәк, йылылыҡ өсөн хаҡ уның күрһәткесенән сығып фатир майҙанына бүленә, счетчик булмаған осраҡта, иҫәп ҡуйылған нормативтарҙан сығып иҫәпләнә. Был күпме ҡулланғанһың, шул тиклем түләйһең, тигәнде аңлата. Уның ҡарауы, миҙгел тамамланғас ойошмалар "яңынан һанау", "коррекция" кеүек аңлашылмаған өҫтәп түләүҙәрҙе талап итә алмаясаҡ.
Йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы ысулы килеме аҙ граждандар өсөн ауырға төшөүе мөмкин, сөнки һыуыҡ айҙарҙа сумма ярайһы уҡ ҙур булып килеүе бар. Нисек кенә булмаһын, яңыса хаҡтар яҙылған квитанция октябрҙән килә башлай.
Читайте нас: