Алдағы ун көн матур торғанда аграрийҙар иген йыйыуҙы тамамларға ашыға. Ошо уҡ ваҡытта республикала май бирә торған культураларҙы йыйыу башлана. Төбәктә сөгөлдөр ҡаҙыу ҙа дауам итә.
«Быйылғы урып-йыйыу кампанияһы — һуңғы 10 йылда һауа шарттары буйынса иң ҡатмарлыһы. Шуға ҡарамаҫтан, ваҡытында тамамлайбыҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы етәксеһе Илшат Фәзрахманов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, икмәк бешереү өсөн сифатлы (2-3 класлы) бойҙай уңышы йыйып алынған, хәҙер мал аҙығы өсөн ашлыҡ сабыу бара.