Был турала ул Мәскәүҙә Министрҙар кабинеты ултырышындағы сығышында белдерҙе.
Росагролизинг проектының һөҙөмтәлелеген баһалап, ул Башҡортостан аграрийҙары ошо төр ярҙам буйынса 500 миллион һумлыҡ техника алды тине.
Ләкин был ғына аҙ, әле беҙгә тағы ла 1 мең 200 иген йыйыу комбайны, сәсеү комплекстары булған юғары етештереүсәнле 3 мең трактор кәрәклеген билдәләне.