-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2019, 11:33

Өфөлә бер билет менән бер нисә транспортта йөрөү мөмкинлеге булдырылды

Бер билет менән төрлө транспортта.

Бер билет менән төрлө транспортта. Бөгөндән «Алға» картаһы хужалары өсөн яңы мөмкинлек асыла. Бер билет алып сәғәт эсендә автобуста ла, трамвайҙа ла, троллейбуста ла йөрөргә мөмкин. Ташлама менән карта хужаһы ғына файҙалана ала. Транспорт картаһының уңайлыҡтары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла танышты.
«Алға» картаһы булмаған пассажирҙар кәмей, хәҙер һәр кемдең ҡулында ошо транспорт янсығын күрергә мөмкин. Яңы түләү ысулы халыҡ өсөн дә, кондукторҙарға ла ҡулай.
«Алға» картаһы индерелеүгә 4 ай тулды, система яңылыҡтары менән ҡыуандырып ҡына тора. Мәҫәлән, автобус пассажирҙары сәғәт эсендә бер автобустан икенсеһенә күсеп ултырғанда бер тапҡыр ғына билет ала. Хәҙер был алым башҡа транспорт төрҙәренә лә таратыла.
Әлегә тиклем был алым тик «Башавтотранс» автобустарында ғына ҡулланылды, киләсәктә инде уны шәхси йәмәғәт транспортына ла индереү ҡаралған. Белгестәр әйтеүенсә, «Алға» картаһы үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған. Автобустарҙа «Бәхетле сәғәт» тарифы индерелгәндән алып уның менән 30 меңдән ашыу пассажир файҙаланған.
Сергей Паскин, «Башавтотранс» предприятиеһы генераль директоры урынбаҫары: «Алға» картаһы менән бөгөн үҙем йөрөп сыҡтым, бер сәғәт эсендә бер билет менән ете тапҡыр күсеп ултырҙым, автобуста ла, трамвайҙа ла, троллейбуста ла йөрөнөм. Билет өсөн хаҡ тәүге транспортта ғына алына, ҡалғандарында түләргә кәрәкмәй. Карта ҡуйыла, ҡулға билет бирелә, әммә аҡса алынмай. Был юл йөрөүселәр өсөн бик уңайлы”.
Бер билет менән төрлө транспорт сараларына күсеп ултырыу мөмкинлеге пассажирҙар өсөн бик ҡулай, тейешле урынға артыҡ ваҡыт сарыф итмәйенсә генә барып етергә мөмкин.
Руслан Аблаев, Өфө электр транспорты идаралығының башҡарма директоры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Юлға киткән сығымдар ҙа, ваҡыт та ҡыҫҡара. Яңы алым пассажирҙар ағымы артыуға ла булышлыҡ итер тип уйлайбыҙ. Был ысул бигерәк тә тығындар ваҡытында ҡулай”.
Әлбиттә, яңылыҡ индереү шыма ғына бармай. Ҡытыршылыҡтар ҙа юҡ түгел, техник яҡтан камиилаштырыу дауам итә, Мәҫәлән, әле билеттан һуң ҡалған сумма күренмәй, икенсенән, кондукторҙарға ике терминал менән йөрөргә тура килә. Әммә белгестәр киләсәктә был етешһеҙлектәр төҙәтеләсәк тип ышандыра.
Читайте нас: