+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2019, 22:55

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенә агросәнәғәт комплексы өсөн льготалы лизинг программаһын киңәйтергә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенә «Техника паркын яңыртыу 2.0» программаһын киңәйтергә тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенә «Техника паркын яңыртыу 2.0» программаһын киңәйтергә тәҡдим итте. Бөгөн, 2 октябрҙә, Дмитрий Медведев етәкселегендәге министрҙар кабинеты ултырышында сығыш яһап, ул ағымдағы йылда старт алған Росагролизинг проектының һөҙөмтәлелеген билдәләне. Ошондай ярҙам менән Башҡортостан аграрийҙары 500 миллион һумға техника һатып алыуға өлгәште.
Йыл башынан Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары 4,5 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алды.
«Ләкин был ғына аҙ. Әлеге мәлдә беҙгә 1200 иген йыйыу комбайны, 3 мең юғары етештереүсәнле тракторҙар етешмәй», — тине Башҡортостан етәксеһе.
Радий Хәбиров аграрийҙар эшендәге ауырлыҡтар хаҡында ла һөйләне. Яҙ көнө 170 мең гектар сәсеүлек юҡҡа сыҡты, 585 предприятие 865 миллион һумдан ашыу юғалтты. Дөйөм алғанда, 2019 йылда сәсеүлек 3 миллион гектар тәшкил итте (2018 йыл кимәлендә), яҙғы сәсеү эштәре 2,12 миллион гектарҙа башҡарылды.
Ураҡ та ҡатмарлы һауа шарттарында бара. Сентябрҙә яуым-төшөм күп булды.
«Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарының 94% йыйып алынды, төшөм — 3 миллион тоннанан ашыу, гектарҙан уртаса уңыш 20 центнерға яҡын тәшкил итте. Хәҙер техник һәм май бирә торған культураларҙы йыябыҙ, шәкәр сөгөлдөрөнән һәйбәт уңыш көтәбеҙ. Быйыл, фараздарға ярашлы, уҙған йылға ҡарағанда юғарыраҡ уңышҡа иҫәп тота алабыҙ», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров федераль үҙәккә агросәнәғәт комплексына финанс ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе: 2019 йылда Башҡортостандың ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы 4,4 миллиард һум тәшкил итте, шуның 2,2 миллиарды федераль бюджеттан күсте.
«Хәҙер республиканың агросәнәғәт комплексы тармаҡты техник яңыртыу һәм экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү йүнәлештәре буйынса үҫешергә тейеш», — тип хәбәр итте республика башлығы.
Читайте нас: