+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2019, 21:40

2024 йылда ипотека ставкалары 7,9 процент булырға тейеш

Был – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсатының береһе

Был – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсатының береһе. Уны тормошҡа ашырыу тураһында кисә Өфөлә үткән Рәсәй Федерацияһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫешенең төп йүнәлештәре буйынса киңәйтелгән стратегик сессияһында ҡарала. Пленар ултырышта Рәсәйҙең төрлө төбәк башлыҡтары, министерство һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” проекты бер йүнәлеш кенә түгел, ул үҙ эсенә быға тиклем эшләп килгән башҡа проекттарҙы ла ала, ти Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Владимир Якушев.
Башҡортостан да милли проектҡа ҡушылып ремонт-төҙөү эштәрен башҡара. Беҙ торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһендә программанан тыш эштәр менән дә шөғөлләнәбеҙ, мәҫәлән подъездар ремонтлау һәм урамдарҙы яҡтыртыу, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Урамдарҙа төнгө ваҡытта яҡтылыҡ булдырыу йәм генә түгел, хәүефһеҙлек билдәһе лә.
Стратегик сессияла авариялы хәлдәге йортта йәшәүселәрҙе яңы йорттарға күсереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Милли проектҡа ярашлы, 2024 йылға Рәсәй буйынса 530 мең кеше яңы фатир туйларға тейеш.
Читайте нас: