+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2019, 22:17

Газонға машина ҡуйған өсөн штраф

Депутаттар газонға машина ҡуйған өсөн штраф һалыу мәсьәләһенә нөктә ҡуйҙы, Закон яңынан ҡаралмаясаҡ.

Депутаттар газонға машина ҡуйған өсөн штраф һалыу мәсьәләһенә нөктә ҡуйҙы, Закон яңынан ҡаралмаясаҡ.
Яңы ҡанун көсөнә ингәндән һуң 20 меңдән ашыу кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды. Айырыуса апрель-июнь айҙарында тәртип боҙоуҙар йыш күҙәтелде. Һуңғы айҙарҙа штрафтарҙың кәмеүе – закондың тәьҫирлелегенә ишара. Водителдәр тәртип боҙған өсөн яуаплылыҡты аңлай һәм норманы боҙмаҫҡа тырыша. Халыҡ та законды хуплап ҡаршы алды.
“Ошо ваҡыт эсендә законды үтәү барышында бер нисә тиҫтә генә ялыу алынды. Яңы норма каршеринг бизнесына ла кире тәьҫир яһаманы”, – тип белдерҙе Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев.
Тәртипте һанға һуҡмау осраҡтарының күп өлөшө Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына тура килеүе сер түгел. Ҡыш закон үтәлешендә ҡатмарлыҡтар булырмы – быныһын ваҡыт күрһәтер.
Читайте нас: