+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2019, 22:10

"Һәр ҡаҙаныш артында – ябай уҡытыусы хеҙмәте"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров педагогик йәмәғәтселекте Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров педагогик йәмәғәтселекте Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы.
“Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән бар йөрәктән ҡотлайым!
Был байрам беҙҙең һәр беребеҙгә ҡәҙерле. Ул иң изге һөнәр кешеләренә бағышланған. Педагогтың хеҙмәте нигеҙендә йәш быуындың яҙмышы ғына түгел, ә илдең уңышлылығы, ҡеүәте ята. Йәмғиәттең, дәүләттең барлыҡ ҡаҙаныштары артында ябай мәктәп уҡытыусыһы тора.
Беҙҙең республика белем усаҡтарында ысын оҫталар – төрлө йылдарҙағы “Йыл уҡытыусыһы” конкурстары лидерҙары, үҙенсәлекле технологиялар авторҙары, олимпиада еңеүселәренең остаздары эшләй. Педагог уңышының формулаһы ябай – ижад менән тулыландырылған талант, һөнәргә ҡарата һөйөү һәм балаларға донъяны танытыу бәхетен биреү теләге.
Күп йыллыҡ изге хеҙмәттәре өсөн беҙҙең ветерандарға айырым ҙур рәхмәт! Һеҙҙең тормош аҡылығыҙ, тәжрибәгеҙ йәш быуынды заман саҡырыуҙарына лайыҡлы яуап бирергә өйрәтеүҙә ярҙам итә.
Педагогтарға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңы һөнәри үрҙәр, уҡыусылар менән бергә яңы асыштар теләйем. Барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: