-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2019, 23:50

Республиканың бөтә район-ҡалаларында бөгөн «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтте

Ирекмәндәр, мәктәп уҡыусылары, урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре - экологик сарала теләге булған һәр кеше ҡатнаша алды.

Ирекмәндәр, мәктәп уҡыусылары, урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре - экологик сарала теләге булған һәр кеше ҡатнаша алды. Апрелдә тәүге тапҡыр ойошторолған акцияла 100-меңдән ашыу үҫенте ултыртылғайны. Октябрь шәмбеһендә лә меңәрләгән ағас-ҡыуаҡ яңы һулыш алды. Тулыраҡ БСТ хәбәрсеһеФлорида Ким яҙмаһында.
Тирәк - ҡала шарттарында үҫтерер өсөн иң ҡулай ағастарҙың береһе. Декоратив үҫемлек ҡайҙа ултыртаһың - шунда үҫә. Етмәһә, тирәк тамыр ебәрһен өсөн оҙаҡ ваҡыт та талап ителмәй . "Йәшел Башҡортостан" милли акцияһында төбәктең бөтә район-ҡалалрында төрлө ағастар ултыртылды. Өфө Лимонарийы майҙанында башлыса тирәктәр һәм шыршылар урын алды.
Экологик акцияла ҡатнашыу мотлаҡ сара түгел - һәр кеше үҙ теләге менән ағас ултыртыуға ҡушылды. Ирекмәндәр, студенттар - тирә-яҡты йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Өфөнөң Дим биҫтәһендә тирә-яҡты йәшелләндереү акцияһы ысын байрамға әйләндә. Ағастар ултыртылғандан һуң урындағы халыҡ плов менән һыйланып уйындар уйнап ваҡыт уҙғарҙы.
Район-ҡалаларҙа ла экологик акцияна ҡушылыусылар байтаҡ булды. Яңауылда йәшәүселәр шәмбе өмәһендә ағас ултыртыу менән генә сикләнмәне – әүҙем халыҡ юлдарҙы, ихаталарҙы ҡойолған япраҡтарҙан, сүп-сарҙан таҙартты.
Саҡмағоштар әйтеүенсә, ағас ултыртыу тирә-яҡҡа йәм өҫтәү менән генә бәйле сара түгел, тәү сиратта барлыҡ үҫентеләр саф һауа сығанағы. Шуға ла күп ойошмалар был акцияны коллективтары менән хуплап ҡаршы алды.
Ләйсән Мостафина: “Бөгөнгө өмәлә районыбыҙҙың барлыҡ ойошмалары, коллективтары ҡатнаша. Беҙҙә Пенсия Фонды хеҙмәткәрҙәре акцияға дәррәү ҡушылдыҡ”.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһынан Сибай, Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм башҡа район-ҡалалар ҙа ситтә ҡалманы. Апрелдә үткән ошондай уҡ өмә һөҙөмтәһендә республика аллея, парктары 100 меңдән ашыу ағас менән тулыланған ине.
Читайте нас: