0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2019, 16:16

Бер туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр

Коллекторҙар бурыстарҙы ҡайтарыуҙың яңы ысулын уйлап тапҡан.

Коллекторҙар бурыстарҙы ҡайтарыуҙың яңы ысулын уйлап тапҡан. Хәҙер улар бурыслыны ғына түгел, уның таныш-белештәрен дә шылтыратып ҡаңғырта. Бының өсөн компаниялар компьютер ҡуллана. Коллекторҙар автодозвонға ҡуйһа, бер тәүлек эсендә генә билдәһеҙ номерҙарҙан 400-ләп шылтыратыу була. Әммә, был эш законһыҙ. Башҡортостан буйынса Суд приставтары федераль хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәткәре Ләйсән Ноғоманова.
Суд приставтары һәр ваҡыт телефондан шылтыратҡан билдәһеҙ кешеләрҙе яҙҙырырға кәңәш итә. Бынан тыш, шылтыратыуҙарҙың һәм хәбәрҙәрҙең детализацияһын эшләтергә кәрәк. Шул осраҡта шылтыратып ҡаңғыртҡандарҙы табыуы еңелерәк буласаҡ. Закон боҙоусыларға 500 мең һумғаса штраф янай.
Читайте нас: