Ошо маҡсатта төбәк бюджетынан 1 миллиард һумға яҡын өҫтәмә аҡса бүленәсәк. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде.
Республика башлығы рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә шулай уҡ инвестиция сәғәте форматындағы кәңәшмәләрҙең, юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү буйынса эшмкәрлектең һөҙөмтәләре хаҡында ла һүҙ барҙы. «Минең ғаиләм» республика проектын ғәмәлгә ашырыу тәртибе ҡаралды. Көнүҙәк темалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
222. Был матур һандар ғына түгел, уларҙың һәр береһе артында ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре ята. Сөнки үткән йыл менән сағыштырғанда, республикала юл-транспорт фажиғәләре тап 222-гә кәмегән. Ә Өфө аварияла ғүмере өҙөлгәндәр иҫәбе буйынса мииллионлы ҡалалар араһында лидерҙар позицияһына сыҡҡан. Был эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек һөҙөмтәһе, тине Радий Хәбиров.
Республикала ғәмәлгә ашырылған тағы бер проект – «Минең ғаиләм», ул эскегә һабышып балаларын приюттарға тапшырған ата-әсәләр өсөн. Сөнки социаль етемдәр һаны арта, әле балалар йорттарында 3 мең бала тәрбиәләнһә, уларҙың 20 процентының ата-әсәһе тере.
Тағы бер көнүҙәк проблема – ташламалы категорияға ҡараған ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү. Республикала федераль исемлеккә 74 мең, республикаға 461 меңдән ашыу кеше ҡарай. Киләһе йыл һуңғыларына финанслауҙы яҡынса 1 миллиард һумға арттырыу ҡаралған.
Оператив кәңәшмәлә социаль проблемаларҙан тыш, иҡтисади мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Мәҫәлән, инвестиция сәғәттәренең һөҙөмтәһе. Бөтәһе 28 осрашыу үткәрелеп, йөҙҙән ашыу проект ҡаралған. Уларҙың дөйөм суммаһы 170 миллиард һум тирәһе. Республика башлығы был тәңгәлдәге эшмкәрлекте тағы йәнләндереү бурысын ҡуйҙы. Сөнки «Сентябрь» Указына ярашлы, төп капиталға инвестициялар йәлеп итеүҙе 500 миллиард һумға еткереү бурысы тора.
Оператив кәңәшмәлә «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ал йомғаҡ яһалды. Хәбәр итеүебеҙсә, уҙған ял көндәре республикала йәшелләндереү девизя аҫтында үтте. Был акцияның икенсе этабы тәүгеһе яҙғыһын уҡ ойошторолғайны. Хәҙер инде һөҙмтәләр хаҡында һөйләргә мөмкин, экологик проектҡа республика ҡала райондарында 300 мең тирәһе кеше ҡушылған, бөтәһе 178 мең ағас ултыртылған.