Илебеҙ халҡына үҙҙәрен бәхетле итеп тойоу һәм тыныс ҡына йәшәү өсөн айына уртаса 161 мең һум аҡса эшләргә кәрәк. Был хаҡта, Superjob порталына һылтанып, ТАСС хәбәр итә.Ир-атҡа 181 мең һум кәрәк булһа, ә ҡатын-ҡыҙға 138 мең һум аҡса кәрәклеге асыҡланған.
Һорау алыуҙа ҡатнашҡан 24 йәшкә тиклемге кешеләргә айына 118 мең һум да етә, ә бына 35 йәштән уҙғандарға бәхет өсөн айына 172 мең һумһыҙ ҙа булмай икән.
Мәскәү халҡы иң «аппетитлыһы» булып сыҡҡан, улар 212 мең һум хеҙмәт хаҡына ҡәнәғәт буласаҡ, ә бына Ырымбур халҡы тыйнаҡ ҡына – 115 мең һумға ла риза булыуҙарын белдергән.