+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2019, 23:51

Законһыҙ ағас ҡырҡыусылар менән көрәш көсәйтелә

Башҡортостанда йәшәүселәр смартфондарына “Башҡортостан республикаһының урман картаһы” тигән ҡушымтаны бушлай урынлаштыра ала.

Башҡортостанда йәшәүселәр смартфондарына “Башҡортостан республикаһының урман картаһы” тигән ҡушымтаны бушлай урынлаштыра ала. Уның ярҙамында законһыҙ ағас ҡырҡыу осраҡтарын фотоға төшөрөп ебәрергә була. Ул урман ҡағиҙәләрен боҙоу ваҡиғаһын оператив тикшереү мөмкинлеге бирә.
Башҡортостан урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, мобиль ҡоролмалар урман хеҙмәткәрҙәрендә лә була. Бынан тыш, космостан күҙәтеү аппараттары һөҙөмтә биргән. Уҙған йылдан пилотһыҙ осоусы аппараттар ҡулланыла башлаған.
Читайте нас: