+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2019, 12:58

Башҡортостанда шәкәр заводтары ярты миллион тоннаға яҡын сөгөлдөр әҙерләгән

Башҡортостанда өс шәкәр заводы 0,5 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө әҙерләгән

Башҡортостанда өс шәкәр заводы 0,5 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө әҙерләгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан. Быйыл республикала уртаса уңыш бер гектарҙан 360 центнер тәшкил итә (былтырғы күрһәткестән 65 центнерға юғарыраҡ).
Республикала майҙандарҙың 45% йыйылған, 785 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған.
Уҙған йылда был көнгә майҙандарҙың 53% ҡаҙылған, тулайым уңыш 701 мең тонна тәшкил иткән.
Читайте нас: