+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь 2019, 01:50

Абай булығыҙ – мутлашыусылар!

Ике ҡатын аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаға. Дөйөм сумма – 240 мең һум.

Белорет ҡалаһында ике ҡатын аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаға. Дөйөм сумма – 240 мең һум.
68 йәшлеге һөйләүенсә, уға банктан, хәүефһеҙлек хеҙмәткәре тип алдап, берәү шылтырата, йәнәһе лә, “иҫәбегеҙҙән аҡсаларығыҙҙы алалар, уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн, сумманы тотош иҫәптән алып, электрон янсыҡҡа һалырға кәрәк”.
Ҡатын барыһын да “банк хеҙмәткәре” ҡушҡанса эшләй, һөҙөмтәлә 35 мең һум аҡсаһыҙ ҡала. Шул уҡ схема менән 47 йәшлек ҡатын 215 һумын юғалта.
Әле мутлашыусыларҙың шәхесен билдәләйҙәр, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Алдаҡсылар аҙым һайын, уяу булыу мөһим. Шуны иҫтә тотоғоҙ: банк бер ваҡытта ла телефон аша кешенең иҫәбендәге аҡсалар менән эш итмәй.
Читайте нас: