+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь 2019, 01:29

Киләһе аҙнала республиканың иң матур ауылы билдәле буласаҡ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Республиканың муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһы тарафынан ойошторолған конкурсҡа ниһәйәт йомғаҡ яһала.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Республиканың муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһы тарафынан ойошторолған конкурсҡа ниһәйәт йомғаҡ яһала.
Бәйгенең икенсе этабына ун ауыл үткәйне, улар хаҡында видеояҙмалар төшөрөлөп, «Сәләм» тапшырыуында күрһәтелде. Тамашасылар интернет ярҙамында еңеүсене билдәләүҙә ҡатнаша алды, бөгөн тауыш биреү тамамланды.
Учалы районы Наурыҙ ауылын 51 меңдән ашыу кеше хуплап сыҡҡан, шулай уҡ Мишкә, Ишембай, Салауат, Шаран районындарында урынлашҡан ауылдар өсөн дә тауыш биреүселәр күп. Шулай ҙа ярыш бының менән генә тамамланмай. Конкурстың жюри комиссияһы баһалау һөҙөмтәләре иҫәпкә алынғас ҡына, финалға сыҡҡан өс ауыл билдәләнә.
Әлфиә Хәбирова, «Сәләм» тапшырыуы хәбәрсеһе: “17 октябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем жюри ағзалары республиканың иң матур ауылын билдәләй. Приз фонды бер миллион һум. Тәүге урын өсөн 500 мең һум бүләк ҡаралған. Жюри алдында яуаплы бурыс – еңеүсене билдәләү”.
Читайте нас: