+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2019, 14:13

Башҡортостанда барлыҡ муниципалитеттарҙың да үҙәк урамдары төҙөкләндерелеүе мөмкин

Бының өсөн яңы программа иғлан ителәсәк. Ошо турала Радий Хәбиров ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашыуҙа белдерҙе.

Бының өсөн яңы программа иғлан ителәсәк. Ошо турала Радий Хәбиров ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашыуҙа белдерҙе. Төбәк етәкселәре Өфөнөң «Бейеүсе торналар» фонтаны һәм «Беренсе май» паркында ойошторолған күсмә экскурсияла ҡатнашты. Әлеге ваҡытта төҙөкләндереүсе бындай объекттар заманса ял итеү урындарының комплекслы өлгөһө, тине Башҡортостан башлығы.
Экскурсия барышында Радий Хәбиров шулай уҡ урындағы халыҡ менән дә әңгәмәләште. Кешеләр парктарҙа башлаған төҙөкләндереү эштәре өсөн оло рәхмәтен еткерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, киләһе 2020 йылда төҙөкләндереү эштәренә тағы ла күберәк иғтибар йүнәлтеләсәк.
Бер үк ваҡытта һәр ауылдың үҙенә йәлеп итеүсе урындары бар. Тап ошондай ерҙәр беренсе сиратта тәртипкә килтерелергә тейеш. Ә инде ҡалалар араһында төп эштәрҙе Ишембай, Бөрө һәм Бәләбәй райондарында атҡарыу ҡаралған.
Читайте нас: