Бөгөн 48 күп балалы әсәй Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алды. Улар араһында хужабикәләр, уҡытыусы, тәрбиәселәр, ауыл эшсәндәре, шәхси эшҡыуарҙар бар.
Ейәнсура районынан Айһылыу Аҙнабаева ғаиләһендә алты бала. “Һәр бала — айырым донъя, тормоштағы кеүек улар менән дә төрлө хәлдәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар була”, - ти ул.
Йәрмәкәй районынан Иралия Тимербаева биш бала әсәһе. Бала табыу һәм уларҙы тәрбиәләү – ҙур хеҙмәт. Тормош иптәшемдең ышаныслы булыуы, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, - ти ул.
Республикала биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындарҙы бүләкләү 1998 йылдан булдырыла. “Әсәлек даны” миҙалына сәләмәт тормош алып барған, балалар тәрбиәләүҙә өлгө булып торған күп балалы әсәләр тәҡдим ителә.