+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2019, 18:54

Мәктәп уҡыусылары телевидениеның цифрлы форматын өйрәнә

Телевидениеның йәмғиәт тормошона йоғонтоһо, телетапшырыуҙар системаһы, телевизорға сигналдың нисек тапшырылыуы,

Телевидениеның йәмғиәт тормошона йоғонтоһо, телетапшырыуҙар системаһы, телевизорға сигналдың нисек тапшырылыуы, уның ҡатмарлы технологиялары менән Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары танышты. Дәрестә күргәҙмә материалдар ҡулланып, тарихҡа байҡау яһанылар. Уҡыусыларға цифрлы форматҡа күсеү тураһында ла һөйләнеләр. Гимназия уҡытыусыһы Динар Бәҙәмшин.
Башҡортостанда кисә аналог телевидение һүндерелде. Иҫке маркалы телевизорға приставка алып, уны ҡуя алмаусыларға , 8800- 347- 00 - 55 номеры буйынса эшләгән “Ҡыҙыу линия”ға шылтыратып, ярҙамға волонтерҙар саҡырырға була. Приставка кәрәклеген асыҡлау өсөн , 8800-220-20-02 номерына шылтыратып, телевизор маркаһын операторға еткереп, белешергә мөмкин.
Читайте нас: