Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығына һылтанып хәбәр итеүенсә, 14 октябрҙән киске сәғәт 8-ҙән алып 15 октябргә киске 8-гә тиклем төбәктә болотло һауа торошо көтөлә.
Төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ ямғыр, көньяҡта көслө ямғыр. Ел көнбайыштан, тиҙлеге секундына 9-14 метр, көндөҙ көсәйгәндә 15-20 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +1,+6, көндөҙ +6,+11 градус.
Төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге — 500-1000 метр. Көндөҙ юлдарҙың айырым участкаларында ямғыр яуғанда 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Бофорт шкалаһы буйынса, елдең секундына 17-20 метр тиҙлектә иҫеүе – «дауыл». Ошондай ел иҫкәндә ағастарҙың ботаҡтары һына. Бындай һауа торошо һыу транспорты төрҙәре өсөн хәүефле.