+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2019, 21:23

Иң матур ауылы асыҡланды

Йыл башында старт алған конкурсҡа йомғаҡ бөгөн яһалды.

Йыл башында старт алған конкурсҡа йомғаҡ бөгөн яһалды. Еңеүселәрҙе БСТ каналының “Сәләм” тапшырыуында тәбрикләнеләр. Финалға үтеүселәрҙең бөтәһе лә аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Һәр ауыл бер ҡайҙа ла ҡабатланмаҫ үҙенсәлеккә эйә. Икенсе урын яулаған Ишембай районы Маҡар ауылы халҡы тәбиғи ҡомартҡылары менән ғорурлана. Улар менән Маҡар ауылы советы башлығы Эльвира Иманғолова таныштыра.
Конкурста өсөнсө урын яулаған Шаран районы Дүртөйлө ауылы, үҙенең күп милләтле булыуы менән маҡтана ала. Бында ысынлап та милләт-ара дуҫлыҡ көслө, ти Дүртөйлө ауыл биләмәһе башлығы Ләйсән Ғибәтова.
Беренсе урын – Учалы районы Наурыҙ ауылында. Конкурста йәмғеһе 47 ауыл ҡатнашты.
Читайте нас: