+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2019, 11:15

Башҡортостандың иң матур ауылы Учалы районында

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Республиканың муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһы берлектә ойошторған конкурста Наурыҙ ауылы еңеп сыҡты.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Республиканың муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһы берлектә ойошторған конкурста Наурыҙ ауылы еңеп сыҡты. Иң матур ауыл 5 йөҙ мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Еңеүселәрҙең кисерештәре һәм аҡсаларҙың ниндәй маҡсаттта тотоноласағы менән БСТ каналы хәбәрселәре ҡыҙыҡһынды.
Европа һәм Азияны икегә бүлеп аҡҡан Яйыҡ йылғаһына һыйынып ҡына ултырған ауыл. Ҙур ҙа түгел , бәләкәй ҙә – ғәҙәти башҡорт ауылы. Ләкин халҡы ябай түгел. Илһөйәр, дәртле, берҙәм, әүҙем халыҡ йәшәй бында. Республикаға билдәле бихисап кешеләр сығыуы ла ошоға дәлил. Тап халҡы менән матур беҙҙең ауыл, ти Наурыҙдар.
Биш йөҙ мең һумлыҡ асалата бүләкте ҡайҙа йүнәлтәсәктәрен дә ауыл халҡы кәңәш ҡороп хәл итәсәк. Хәйер, ниндәй генә матур ауыл булмаһын, хәл итәһе мәсьәләләр табыла. Еңеү аҡсала түгел, ә конкурста ҡатнашып халыҡтың берләшеүендә, ти финалға сығыусылар.
Шулай ҙа конкурс икән, еңеүселәре лә булырға тейеш. Икенсе урынға Ишембай районының Маҡар ауылы сығып өс йөҙ мең һумлыҡ сертификат алһа, ике йөҙ мең һумды Шарандың Дүртөйлө ауылы алды. Шулай ҙа матур ауыл исеменә дәғүә итеүсе ауылдар күп. Уларҙың һәр береһе финалға сыҡмаһа ла, конкурста ҡатнашып тағы ла әҙ генә матурланһа, был үҙе үк ҙур уңыш, ти ойоштороусылар.
Конкурста йәмғеһе республиканың 47 ауылы ҡатнашты. Еңеүселәр тауыш биреү һөҙөмтәһендә билдәләнде. Бәйгенең икенсе этабына ун ауыл үткәйне,улар хаҡында видеояҙмалар төшөрөлөп, «Сәләм» тапшырыуында күрһәтелде. Ойоштороусылар был ауылдарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Төрлө номинацияларҙа билдәләнеп егермешәр мең һум аҡсалата бүләк тапшырылды.
Читайте нас: