+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2019, 13:54

Мәктәптәргә физкульт тәнәфестәр ҡайтарыласаҡ

Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин биш-алты йыл элек туҡтатылған программаны кире ҡайтарыуҙарын һорай.

Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин биш-алты йыл элек туҡтатылған программаны кире ҡайтарыуҙарын һорай.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, егерме йыл буйы эшләп килгән балалар сәләмәтлеге программаһы яҡшы һөҙөмтәләр килтергән. Әммә ҡануниәттең үҙгәреүе сәбәпле, ул ғәмәлдән сығарылған.
Бөгөн был алым Радий Хәбиров ойоштороған мәғариф сәғәтендә лә өйрәнелде. Кәңәшмәлә мәктәп һәм балалар баҡсаларында балаларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыу мәсьәләләре өйрәнелде. Белгестәр әйтеүенсә, балаларҙың сәләмәтлеге тәү сиратта туҡланыуға бәйле. Киләсәк быуын вәкилдәре тәм-томға өйрәнеп, сифатлы ризыҡты өнәп бөтмәй. Был хәлде көйләүҙе ябай ғына эштәрҙән башларға кәрәк , тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса мәктәптәрҙә теш табибы бүлмәләре барлыҡҡа килеүе лә ошо йәһәттән ҙур аҙым. Республиканың 62 мәктәбендә стоматология кабинеты ойоштороласаҡ. Айбулат Хажин иһә егерме йыл уңышлы эшләп килгән, әммә һуңғы йылдарҙа туҡтатылған һауҡытырыу программаһын тергеҙең яҡлы.
Ҡайһы бер мәктәптәрҙә был программа эшләй башлаған да инде. Уға ярашлы, балалар дәрес мәлендә туҡтап, тәнәфестә ябай физкультура эшләп ала. Хеҙмәт, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен дә сәләмәтлекте һаҡлауға ҡорасаҡтар.
Читайте нас: