+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2019, 18:51

Республикала 10 градусҡаса һалҡынайта

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы алдағы ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы алдағы ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 19 октябрҙә төндә бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы мөмкин. Көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә йомшаҡ, көндөҙ көнсығыштан талғын.
Һауа температураһы төндә – 0-дән +5 градусҡаса, төньяҡта -5-кә тиклем. Көндөҙ 1-6 градус йылы.
20 октябрҙә республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0-дән -5 градусҡаса, урыны менән 10 градусҡа тиклем һалҡын. Көндөҙ – 2-7 градус йылы.
Читайте нас: