+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2019, 11:22

Юл фажиғәһендә Башҡортостанға ҡайтып килгән вахта эшселәре һәләк булды

Фажиғә Екатеринбург – Төмән автомобиль юлының 195-се километрында теркәлгән.

Фажиғә Екатеринбург – Төмән автомобиль юлының 195-се километрында теркәлгән. Талицы ҡалаһы тирәһендә ике пассажир ултыртҡан Рено Меган автомобиле ҡаршылағы ДАФ йөк машинаһына барып бәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе менән пассажирҙар ваҡиға урынында һәләк була. Йөк машинаһы водителе зыян күрмәгән. Осраҡ сәбәптәре асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, еңел автомобиль водителе руль артында йоҡлап киткән.
Читайте нас: