+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2019, 02:02

Башҡортостан Бөтә донъя «Татарса диктант яҙ» акцияһына ҡушылды

Туғыҙ йәштәге лә, туҡһандағы ла йәнә парта артына.

Туғыҙ йәштәге лә, туҡһандағы ла йәнә парта артына. Уҡыусылар, студенттар, ябай хеҙмәтсәндәр, депутаттар, дәүләт эшмәкәрҙәре лә бер бүлмәлә ултырып диктант яҙҙы. Татарҙар ғына түгел, башҡорттар, республикала йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәре акцияға ҡушылды. Диктанттың тексы ла быйыл тап дуҫлыҡҡа, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың берҙәмлегенә арналғайны.
Туған телдә диктант яҙыуға милли йыр-моңдан да яҡшыраҡ көйләүсе юҡ, ти сарала ҡатнашыусылар. Хәйер, музыканың теле, милләте юҡ, ул һәр кемгә лә күңел асҡысы. Диктант яҙыуға ла, акция татар телендә булыуға ҡарамаҫтан, төрлө милләт вәкилдәре ҡушылды.
Зилара Хәмитова, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты: “Беҙ педагогик вузда уҡыйбыҙ. Мәктәпкә эшкә барғас төрлө милләт уҡыусылары ла булыуы ихтимал. Шуға күрә үҙемде һынап ҡарарға булдым. Үҙемдең телемде, тарихымды яратам.Бынан тыш урыҫ телендә лә тоталь диктантта ҡатнашам. Географик диктантты ла яҙҙым. Оҙаҡламай этнографик диктант була һәм унда ла үҙемде һынап ҡараясаҡмын”.
Тап шуға ла Башҡортостанда яҙылған диктант тексы милләт-ара татыулыҡҡа, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың дуҫлығы, ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлеккә арналған.
Римма Үтәшева Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе: “Беҙ ике республика туғандаш халыҡтар һәм бөгөн беҙ диктантты ла дуҫлыҡ тураһында яҙабыҙ. Мин уҡытыусылар ғаиләһенән һәм диктант яҙырға яратам. Дөрөҫ, татарса дүрт класс ҡына тамамланым, әҙерәк тулҡынланам шуға. Әммә иң мөһиме – ҡатнашыу. Тиҙҙән башҡорт диктантына ла барасаҡмын әле”.
Акцияның маҡсаты – татар телендә хатаһыҙ яҙырға өйрәтеү, әҙәби телде ҡулланыусыларҙың даирәһен арттырыу. Әммә күптәр бында белем тикшереү өсөн генә килмәй.
Гөлшат Исламгәрәева, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты: “Был телдәрҙә диктант яҙыу беҙгә бер ҙә ауыр түгел. Сөнки туған татар теленән тыш рус, башҡорт, инглиз телдәрен дә уҡыйбыҙ. Сөнки беҙ күп милләтле республикала йәшәйбеҙ һәм башҡа халыҡтарҙың телен белеү кешенең яҡшы сифаты тип уйлайым”.
Парта артында туғыҙ йәштәге лә, туҡһандағы ла. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов та бындай сараларҙы ҡалдырғаны юҡ. Күп милләтле донъяла үҙеңде, милләтеңде танытыу был диктант, ти әҙип.
Марат Кәримов, Башҡортостандың халыҡ шағиры: “Күп милләтле донъяла үҙеңде танытырға ла кәрәк бит. Милләтте, телде үҫтереү, башҡа милләттәр менән бер тигеҙ күрһәтеү өсөн был сара әһәмиәтле”.
Татарса диктант илдә 2016 йылдан алып уҙғарыла. Уның географияһы йылдан-йыл киңәйә. Былтыр 40 Рәсәй төбәктәрен һәм 28 сит илдән 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Быйыл да диктант яҙыусылар һаны аҙ булмаҫ тип көтөлә. Ә инде уның һөҙөмтәләрен махсус сайтта бер айҙан һуң белергә мөмкин.
Читайте нас: