Рәсәй психологы Михаил Лабковский Өфө әсәйҙәренә бәхетле бала үҫтереү серҙәрен өйрәтте.
Бөгөн Crown Plaza Ufa конгресс-отелендә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы,7) үҙенсәлекле бала тәрбиәләгән, тормошта ауыр хәлдә ҡалған, шула уҡ ишле ғаилә ҡараған әсәйҙәр өсөн «Мөһим нәмәләр тураһында асыҡ диалог» тип исемләнгән сара үтте.
Билдәле психолог, яҙыусы, юрист, алып барыусы Михаил Лабковский, республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбированың саҡырыуы буйынса килеп, «Нисек бәхетле бала үҫтерергә?» тигән темаға лекция үткәрҙе.
Сарала сәләмәтлек мәктәбен ойошторған табип-терапевт Регина Доктор ҙа ҡатнашты.
Бында төрлө күргәҙмәләр эшләне. Мәҫәлән, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторған «Спорт – йәшәү нигеҙе» тигәнендә төрлө түңәрәктәр, спорт мәктәптәре, үҫмерҙәр клубтары эшмәкәрлеге менән танышырға була ине. Халыҡ шулай уҡ матур биҙәүестәр, төрлө файҙалы мәғлүмәт биргән китаптар алып ҡыуанды.
Башҡортостанда үткән «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» асыҡ академияһына ярашлы, был сарала 400 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты, унда үҫешергә, үҙе һәм ғаиләһе өсөн яңылыҡ алырға теләгәндәр өсөн лидерҙарҙы, төрлө эксперттарҙы тыңлау мөмкинлеге бирелде.
Каринэ Хәбирова билдәләүенсә, бындай саралар даими үткәреләсәк, республикала йәшәгән һәр ҡатын-ҡыҙ килеп файҙалы мәғлүмәт ала аласаҡ.