Был турала илдең Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итәләр. Быйыл айлыҡ социаль түләү күләме 11200 һум тәшкил итһә, киләһе йылдан ул 12 мең һумға етә. Түләүҙе арттырыу "Ғаиләләргә бала тыуғанда финанс ярҙамы" проектына ярашлы атҡарыла.
Ғаиләләргә матди ярҙамдың үҫеүе шулай уҡ тәүге һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр ваҡытының йәш ярымдан өс йәшкә тиклем оҙайтылыуына ла бәйле. Шулай итеп, бындай ғаиләләр өс йыл эсендә 430 мең һумға яҡын дәүләт ярҙамы аласаҡ.