-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2019, 16:46

Башҡортостан – икенсе урында

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн төбәктә һөт етештереү, киләсәккә пландар хаҡында һөйләне.

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн төбәктә һөт етештереү, киләсәккә пландар хаҡында һөйләне.
Тармаҡ етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Республикала был өлкәлә күрһәткесте тағы ла арттырыу өсөн яҡшы шарттар бар. Күптән түгел Шишмәлә яңы һөт заводы эшләй башлаған. 2030 йылға һөт тармағын үҫтереүгә оҙайлы комплекслы программа эшләй. Ул үҙ эсенә яңы малсылыҡ комплекстарын төҙөүҙе ала. 2020 йылға 23 миллиард һумлыҡ туғыҙ проект планлаштырыла.
Әйткәндәй, былтыр республикала 1 миллион 600 мең тонна һөт һауылһа, шуның 715 мең тоннаһы – тауар һөтө. Ә 2024 йылға был һанды 1,2 миллион тоннаға еткереү күҙаллана.
– Бөтә төп инвестиция проекттары үҙ ваҡытында тормошҡа ашырыла. 2024 йылға ҡуйылған планды үтәү өсөн йыл һайын иҫке һарайҙарҙы йүнәтеү түгел, ә яңы, заманса фермалар төҙөү иҫәбенә өлгәшергә мөмкин, – тине Илшат Фәзрахманов.
Читайте нас: