-9 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
21 Октября 2019, 17:26

Башҡортостанда яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙәре мөмкин

Башҡортостанда яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙәре мөмкин.

Башҡортостанда яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙәре мөмкин. Республика Башлығы Радий Хәбиров 21 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо теманы күтәрҙе.
«Беҙҙә ун көн каникул. Күп кенә ғаиләләр иҫ-аҡылын юйғансы эсә башлар. 31 декабрҙә шешәгә тотонорҙар, ә ғинуарҙа беҙ уларҙы «йыйырбыҙ». Криминаль хәл насарайыр. Ошо ун көндә хәмер һатыу йәһәтенән аныҡ саралар күрергә әҙермен. Был сара популяр түгел, ләкин һабантуйҙарҙа, ҡайһы бер байрамдарҙа индергән тәжрибәбеҙ бының эшләүен күрһәтте.
Әлбиттә, беҙ халыҡты бөтә байрамдарҙа ла алкоголһеҙ ҡалдырмаҫбыҙ, ләкин нисек дөрөҫ эш итеү тураһында уйларға тейешбеҙ. Миңә тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров үҙенең ҡул аҫтындағыларға.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, был көндәрҙә кешеләр спорт һәм мәҙәни сараларға йәлеп ителергә тейеш.
Читайте нас в