+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2019, 18:11

Хужаһыҙ транспорт тураһында хәбәр ит

Һүҙ хәрәкәт иткән машиналар тураһында түгел, ә ташланғандары хаҡында.

Һүҙ хәрәкәт иткән машиналар тураһында түгел, ә ташланғандары хаҡында. Юлда, ихатала йылдар буйы торған машиналар йыш ҡына ҡаршылыҡ тыуҙыра. Бигерәк тә ҡар таҙартҡанда ҡамасаулай. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев белдереүенсә, хужаһыҙ транспорт саралары хаҡында хәбәр итеү мөһим.
Ташланған автомобиль тураһында хәбәр булғандан һуң, комиссия тикшереү үткәрә һәм транспортҡа белдереү ҡуйыла. Иғлан муниципалитет сайтында урынлаштырыла. Машина хужаһы асыҡланған хәлдә, уға ла мәғлүмәт ебәрелә. Талап үтәлмәһә, автомобиль махсус туҡталҡаға күсерелә. Хужаһыҙҙары утилләштерелә.
Читайте нас: