Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы (Башстат) 2019 йылдың сентябрендә иҡтисад секторҙарында хаҡтарҙың үҙгәреүе буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. Аналитиктар минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡын иҫәпләне. Баҡтиһәң, Башҡортостанда йәшәүсегә айлыҡ аҙыҡ-түлек запасы өсөн 3651,53 һум кәрәк.
Ҡулланыусылар кәрзиненән тауарҙарҙың 33 төрө инә. Улар араһында — бойҙай оно (бер килограмы 32,66 һум), арыш һәм арыш-бойҙай оно ҡатнашмаһынан бешерелгән икмәк (48,68), беренсе, икенсе сортлы бойҙай ононан икмәк-ҡалас изделиелары (50,08), дөгө (61,55), вермишель (49,94), картуф (16,71), башлы һуған (22,54), кишер (20,58), алма (81,91), шәкәр ҡомо (34,14), һыйыр ите, һөйәкһеҙ иттән тыш (319,56), сусҡа ите (241,67), һыуытылған һәм туңдырылған тауыҡтар (134,32), туңдырылған балыҡ (161,32), 2,5-3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған айыртылмаған эсәр һөт (бер литры 48,34 һум), ҡаймаҡ (198,23), тауыҡ йомортҡаһы (10 данаһы 50,10 һум), ҡара бөртөклө сәй (784,47) һәм сентябрь айы өсөн уртаса хаҡтар буйынса башҡа аҙыҡ-түлек.